logo
Автономная некоммерческая организация в сфере развития культуры
«Парнас»

Альшеевский район

Режим работы учреждения:
---

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының юбилей кисәһендә Әлшәй районынан да ҡунаҡтар ҡатнашты.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының юбилей кисәһендә Әлшәй районынан да ҡунаҡтар бар ине.

Райондың «Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәҡсеһе Мөфтиева Рәйсә Сәхипгәрәй ҡыҙы, Сурай ауыл клубы мөдире Ғәбделманова Зөбәржәт Садыйҡ ҡыҙы был сараға саҡырылған инеләр. Улар  журнал иғлан иткән «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнаштылар һәм еңеүселәр булдылар. Әйткәндәй, Рәйсә апай беренсе урын яулаһа, Зөбәржәт апай өсөнсө урынға лайыҡ булды.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының 55 йәше уңайынан  улар Әлшәй районы халҡы исеменән журналга  рәхмәт хаты һәм  бүләк  тапшырҙылар.

“Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылайыҡ, уның аша хәбәрләшеп торайыҡ, бергә булайыҡ, дуҫтар!

Тулыраҡ: https://vk.com/bashkizi?w=wall-37933420_58067